Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
6 Июль 2022, 13:04

Радий Хәбиров: "Еңеп ҡайтығыҙ!"

Башҡортостанда «Патриот» паркында Рәсәй Геройы, легендар комдив генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальонды махсус операцияға оҙаттылар.

Радий Хәбиров: "Еңеп ҡайтығыҙ!"Радий Хәбиров: "Еңеп ҡайтығыҙ!"
Радий Хәбиров: "Еңеп ҡайтығыҙ!"

Республика Башлығы Радий Хәбиров батальон командирына подразделениеның хәрби байрағын тапшырҙы.

- Бөгөн республикабыҙ тарихында үҙенсәлекле көн. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөнөң Совет майҙанында яугирҙарыбыҙға Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын тапшырҙылар. 80 йылдан һуң Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡорт ирекле батальоны егеттәре йәнә фашизмға ҡаршы көрәшергә, илде яҡларға бара, - тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров «шайморатовсыларға».

Башҡортостанды Донбасс менән бик тығыҙ бәйләнештәр бәйләй, тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Оҙаҡ йылдар беҙ уларға ярҙам итәбеҙ. Бөгөн унда табиптарыбыҙ, шәфҡәт туташтарыбыҙ, төҙөүселәр эшләй. Емерелгән ҡалаларҙы тергеҙергә ярҙам итә. Әммә Донбасҡа хәрби ярҙам да кәрәк.

- Генерал Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны ирекмәне булыу - ҙур мәртәбә. Ә беҙ, бөтә республика, бөтә яҡлап та яугирҙарыбыҙға ярҙам итәсәкбеҙ. Еңеү менән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Хәйерле сәғәттә, туғандар! - тип теләне Радий Хәбиров яугирҙарға.

Фото - Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас