

Бөгөн Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Быйыл Президент указы менән байрам рәсми билдәләнә башланы. Бөгөн, 8 июлдә, республикала 350-нән ашыу никах теркәлгән.
Ғаилә байрамы изге кенәз Петр һәм уның ҡатыны Февронияны хәтерләү көнөнә арналды - рус православие сиркәүе уларҙы никахты ҡурсалаусылар тип иҫәпләй. Ғаилә ныҡлы, татыу булһын һәм ошо бәхет оҙаҡ йылдар дауамында һаҡланһын өсөн, йәштәр тап ошо датаны һайлай.
Хәҙер никахты теркәгәндә ковид сикләүҙәре юҡ. Өйләнешеүселәр ҙә тантанаға бөтә ҡунаҡтарҙы саҡыра ала.
"Ғөмүмән, һуңғы арала никах теркәү артҡандан-арта бара. Беренсенән, ковид сикләүҙәр бөтөрөлһә лә, икенсенән, йәштәр был байрамды билдәләргә күнеккән. Тап ошо байрамға ла ғариза яҙалар", - тине Өфө ҡалаһы Киров районының ЗАГС бүлегенең белгес-эксперты Зәлиә Ҡужәхмәтова.
Сығанаҡ: https://bash.news/news/180350-v-bashkirii-v-den-semi-lyubvi-i-vernosti-zaregistrirovano-rekordnoe-kolichestvo-brakov