Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Июля 2022, 09:46

Балыҡсылар өсөн биатлон уҙғарыла

Ярышта теләгән һәр кем ҡатнаша ала.    

Балыҡсылар өсөн биатлон уҙғарылаБалыҡсылар өсөн биатлон уҙғарыла
Балыҡсылар өсөн биатлон уҙғарыла

Нуриман районының Павловка һыу һаҡлағысында 30 июлдә балыҡ биатлоны буйынса ярыштар үтә.

Рыбатлон - ул балыҡ тотоу һәм йүгереү ҡатышмаһы, унда һәр ҡатнашыусы үҙе тота ла йүгерә. Тәртиптәр бик ябай: масс-старттан һуң һәр ҡатнашыусы телескопик ҡармаҡ менән бер саҡрым араны өс тапҡыр урарға һәм балыҡ тотоу урындарында ике тапҡыр туҡтап, төрлө ҙурлыҡтағы, ауырлыҡтағы ике балыҡ тоторға тейеш.

Рыбатлон буйынса Нуриман районы башлығы кубогына ярыштарҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Ҡатнашыусыларҙы теркәү "Бәйләнештә"ге "Башҡортостанда рыбатлон" төркөмөндә бара: https://vk.com/bashrybatlon

Телефон аша ла теркәлергә мөмкин: 8 (34776) 2-21-57 (исем-шәриф, нисә йәш, ниндәй ҡала-райондан булыуығыҙ хаҡында мәғлүмәт).

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас