

Дәүләт хеҙмәттәре порталында хәҙер опекаға йәки попечителлеккә алынған балаларҙы, тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә һәм патронат тәрбиәгә алынған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ түләүҙәр алырға мөмкин, тип хәбәр итә хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте.
- Граждандар үҙ ваҡытын сиратында сарыф итмәһен өсөн хеҙмәттәрҙе электрон форматҡа күсереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Яңыраҡ ҡына республика порталында опека һәм попечителлек буйынса туғыҙ хеҙмәт күрһәтелде, хәҙер уларҙың һаныун бишкә етте, - тип хәбәр итте һанлы телевидениеның дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе һәм сервистарҙы үҫтереү бүлеге етәксеһе Азамат Садиҡов.
Электрон хеҙмәттәрҙе алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталының раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш. Раҫлау процедураһын онлайн-теркәү сервисы ярҙамында, шул иҫәптән банктар аша үтергә мөмкин.