Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
21 Июль 2022, 11:53

Йыл башынан алып республикала 15 меңдән ашыу уҡыусы ваҡытлыса эш тапҡан

Бынан тыш, мәшғүллек үҙәге уларға 2,5 мең һумға тиклем матди ярҙам түләй», - тине Юрий Мельников.

Йыл башынан алып республикала 15 меңдән ашыу уҡыусы ваҡытлыса эш тапҡанЙыл башынан алып республикала 15 меңдән ашыу уҡыусы ваҡытлыса эш тапҡан
Йыл башынан алып республикала 15 меңдән ашыу уҡыусы ваҡытлыса эш тапҡан

Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу төбәк программаһының нисек эшләүе тураһында Башҡортостан хеҙмәт министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников һөйләне.

Чиновниктың һүҙҙәренә ҡарағанда, республикала йыл башынан алып 15,3 мең үҫмер эшкә урынлашҡан. Иң әүҙем ваҡыт - йәйге каникулдар. Бәлиғ булмағандарға эш табырға мәшғүллек үҙәктәре белгестәре ярҙам итә.

Балаларға биләмәләр таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү, өлкәндәргә ярҙам и һәйкәлдәрҙе тәртиптә тотоу кеүек төрлө хеҙмәт өлкәләрен һайларға тәҡдим итә, тип хәбәр итә Башинформ" агентлығының Хеҙмәт министрлығына һылтанма менән. Шулай итеп, үткән июнь эсендә төрлө предприятиеларҙа 7,6 мең уҡыусы эш тапҡан.

«Уҡыусылар менән билдәләнгән минималь күләмдән түбән булмаған эш хаҡы кимәле менән кисектергеһеҙ хеҙмәт килешеүҙәре төҙөйҙәр. Бынан тыш, мәшғүллек үҙәге уларға 2,5 мең һумға тиклем матди ярҙам түләй», - тине Юрий Мельников.

Фото: Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас