Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Июль 2022, 08:53

«Өфө» футбол клубы миҙгелдә тәүге еңеү яуланы

Киләһе уйынды 31 июлдә Өфөлә «Рубин»ға ҡаршы уҙғара.

«Өфө» футбол клубы миҙгелдә тәүге еңеү яуланы«Өфө» футбол клубы миҙгелдә тәүге еңеү яуланы
«Өфө» футбол клубы миҙгелдә тәүге еңеү яуланы

«Өфө» футбол клубы Рәсәйҙең Беренсе лигаһында яңы миҙгелдә тәүгә еңеү яуланы. Үҙ майҙанында өфөләр Ульяновскиҙың «Волга»һы менән алышта өс мәрәй яуланы - 2:1.

Тәүгеләрҙән булып ҡунаҡтар индерҙе: 14-се минутта «Өфө» ҡапҡаһына тупты Аҙнаур Герюгов индерһә, беҙҙекеләр  17 минуттан иҫәпте тигеҙләйҙәр. Беренсе тайм аҙағына Өфө клубы алға сыҡты һәм уйын аҙағына тиклем өҫтөнлөктө һаҡлап ҡала алды.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, «Өфө» миҙгелде «Кубань» клубынан еңелеүҙән башланы. Киләһе уйынды 31 июлдә Өфөлә «Рубин»ға ҡаршы уҙғара.

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=ФК%20«Уфа»%20впервые%20победил%20в%20новом%20сезоне%20&from=tabbar&pos=0&rpt=simage&img_url=https%3A%2F%2Fs11.stc.yc.kpcdn.net%2Fshare%2Fi%2F12%2F12616131%2Fwr-960.webp&lr=172

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас