Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Июль 2022, 10:16

Республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Борай районының Яңы Йәлдәк ауылынан Зариповтар ғаиләһе тураһында һөйләне

Зариповтарҙың ғаилә бизнесы 2000-се йылдарҙа, һарыҡсылыҡ менән башланып китә.

Республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Борай районының Яңы Йәлдәк ауылынан Зариповтар ғаиләһе тураһында һөйләнеРеспублика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Борай районының Яңы Йәлдәк ауылынан Зариповтар ғаиләһе тураһында һөйләне
Республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Борай районының Яңы Йәлдәк ауылынан Зариповтар ғаиләһе тураһында һөйләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Борай районының Яңы Йәлдәк ауылынан «Борай фермеры» брендына эйә Зариповтар ғаиләһе тураһында һөйләне.

Телеграмма-каналда Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, улар ауыл хужалығы менән 20 йылдан ашыу шөғөлләнә. Фермер хужалығы менән атаһы һәм улы - Әхләф һәм Рәмил Зариповтар етәкселек итә.

«Уларҙың 800 гектар самаһы сәсеү майҙаны, 270 баш эре мөгөҙлө мал һәм үҙ умарталығы бар. Ә Борайҙағы һәм Өфөләге магазиндарында ғәҙәттәгесә хәләл стандарты буйынса етештергән ит ярымфабрикаттары популяр», - тип һөйләне республика етәксеһе һәм ошо фермер хужалығында 50 кешенең тотороҡло эш менән тәьмин ителеүен билдәләне.

- Зариповтарҙың ғаилә бизнесы 2000-се йылдарҙа, һарыҡсылыҡ менән башланып китә. "Башҡортостан республикаһының башлаусы фермерҙарына ярҙам" программаһында ҡатнашып, улар ауылдарындағы ферманы төҙөкләндерҙе, ауыл хужалығы техникаһы алды, малдарының һанын арттырҙы. 2021 йылда “Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса грант алды. Ул аҡсаға ла мал һәм техника һатып алғандар. Бөгөн уңышлы эшләп килеүсе фермер ғаиләһе мәрхәмәтлек эше менән дә булыша: ауылдарында мәсет төҙөнөләр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡтнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә обелиск эшләттеләр. Ауылда төрлө байрамдар ойошторалар.

Әхләф менән Рәмил Зариповтарҙың ғаилә бизнесы 2000 йылда һарыҡсылыҡтан башлана. Яңы эш башлаусы фермерҙарға ярҙам итеү буйынса республика программаһында ҡатнашыу арҡаһында Зариповтар тыуған ауылында ферманы тергеҙә, техника һатып ала һәм һарыҡтар һанын арттыра.

«Бөгөн уңышлы Борай эшҡыуарҙары хәйриәлек менән шөғөлләнә. Тыуған ауылына ярҙам итәләр, байрамдар үткәрәләр. Яңы Йәлдәктә мәсет, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштары хөрмәтенә обелиск төҙөлдө. - Шуға күрә республикабыҙҙа уңышлы фермер булыу өсөн нимә кәрәк тигән һорауға ошолай яуап бирәм - тәү сиратта, теләк һәм ныҡышмалылыҡ.  Ә беҙ мотлаҡ ярҙам итербеҙ!» - тип яҙа республика етәксеһе үҙ сәхифәһендә.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас