Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Июль 2022, 16:27

Республика йөҙөүселәре Рәсәй кубогында "бронза" яуланы

Яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ. Афарин!

Республика йөҙөүселәре Рәсәй кубогында "бронза" яуланыРеспублика йөҙөүселәре Рәсәй кубогында "бронза" яуланы
Республика йөҙөүселәре Рәсәй кубогында "бронза" яуланы

21-25 июлдә Ҡазан ҡалаһының Һыу спорты төрҙәре һарайында йөҙөү буйынса Рәсәй кубогының финалы үтә.

Башҡортостан спортсылары Рәсәй асыҡ кубогында «Дуҫлыҡ уйындары» ҡатнаш эстафетала «Йөҙөү» дисциплинаһында өсөнсө урын яуланы. Был хаҡта республиканың спорт министры Руслан Хәбибов телеграм-каналында хәбәр итте.

«Агишева Эвелина, Каһирова Камилла, Лисицк Виктория, Рәшитова Марияны яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ. Афарин!», - тип яҙҙы Руслан Хәбибов.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас