Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Август 2022, 15:56

Башҡортостанда Юрий Шатунов хөрмәтенә иҫтәлекле аллея барлыҡҡа киләсәк

Күмертауҙа Аҡ раузалар аллеяһын булдырырға хәл ителде, тип хәбәр итте ҡала мэры Олег Фролов.

Башҡортостанда Юрий Шатунов хөрмәтенә иҫтәлекле аллея барлыҡҡа киләсәкБашҡортостанда Юрий Шатунов хөрмәтенә иҫтәлекле аллея барлыҡҡа киләсәк
Башҡортостанда Юрий Шатунов хөрмәтенә иҫтәлекле аллея барлыҡҡа киләсәк

Күмертау властары июнь аҙағында вафат булған Юрий Шатуновҡа һәйкәл ҡуйыу идеяһынан баш тартты. Әммә уның урынына ҡалала «Ласковый май» төркөмөнөң төп хиты исемен йөрөткән Аҡ раузалар аллеяһын булдырырға хәл ителде. Был хаҡта ҡала мэры Олег Фролов хәбәр итте.

Фролов һүҙҙәренсә, әле хакимиәт урын һайлай, аллеяны киләһе йылда асыу күҙаллана. Хакимиәт башлығы сәскәләрҙе тейешенсә тәрбиәләүҙе тәьмин итеү мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәклеген билдәләне.

«Роза - бик наҙлы үҫемлек, шуға сәскәләр даими үҫһен өсөн быларҙың барыһын да нисек дөрөҫ ойоштороу тураһында уйлайбыҙ», - тине ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Күмертауҙа Юрий Шатунов ғүмеренең тәүге йылдарын үткәргән. Артист 48 йәшендә вафат булды. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән.

Фото: https://yandex.ru/images/search?cbir_id=1496238%2F3gGehrSJVE1PMzYEq6TCoA228&rpt=imageview&cbird=5&url=https%3A%2F%2Favatars.mds.yandex.net%2Fget-images-cbir%2F1496238%2F3gGehrSJVE1PMzYEq6TCoA228%2Forig&cbir_page=similar&pos=5&img_url=http%3A%2F%2F2x2.su%2Fupload%2Fiblock%2F67b%2Fupm72ubjdku2zo5tukq9e9idsz52url2.jpg

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас