Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Август 2022, 10:08

Башҡортостан уҡыусыһы йәш экологтары слетында икенсе урын яуланы

Елизаветаны лайыҡлы һөҙөмтәһе менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ!

Башҡортостан уҡыусыһы йәш экологтары слетында икенсе урын яуланыБашҡортостан уҡыусыһы йәш экологтары слетында икенсе урын яуланы
Башҡортостан уҡыусыһы йәш экологтары слетында икенсе урын яуланы

"Сикһеҙ экология" слетында Октябрьский ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялар станцияһы тәрбиәләнеүсеһе Елизавета Иванова "Ботаника" номинацияһында иң яҡшыларҙың береһе булды.

Фән һәм мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, слетта ҡатнашыусылар экология буйынса теоретик һорауҙарға яуап бирҙе һәм үҙ һәләттәрен практикала ҡулланды. Елизаветанан тыш, "Гидробиология" номинацияһында Башҡортостан исеменән Сибай ҡалаһының Балалар клиник дауаханаһы тәрбиәләнеүсеһе Дмитрий Платонов сығыш яһаны.

Слет 18-25 июлдә Мәскәү өлкәһенең Приокско-терраса дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығында үтте. Уның бурыстары балаларҙың тәбиғәткә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, Беларусь һәм Рәсәй уҡыусылары араһында дуҫлыҡты нығытыу ине.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас