

19-22 июлдә Мәскәүҙә үткән сараға Алыҫ Көнсығыш, Себер, Урал һәм Волга буйы федераль округтарынан 30 команда йыйылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ғафури» составына район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, муниципаль методик хеҙмәт етәксеһе Рәшиҙә Килмөхәмәтова (команда лидеры), район педагогик мәғлүмәт үҙәге директоры Юлиә Судовикова, Красноусолдағы 1-се мәктәп директоры Галина Петрова һәм Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Дилбәр Насирова инде.
Һынауҙар дүрт көн дауамында барҙы, унда ҡатнашыусыларҙың һөнәри, шәхси һәм лидерлыҡ сифаттары, шулай уҡ муниципаль мәғариф системаһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелегенә йоғонто яһаусы оҫталыҡтары асыҡланды. Беренсе көн ваҡиғаларға бик бай булды. «Азимут Олимпик» ҡунаҡханаһы залында форумды асыу тантанаһы үтте, унан һуң конкурсанттар «2030 йылға тиклем Педагогик кадрҙар әҙерләү концепцияһы бурыстарын хәл итеүҙә муниципаль мәғариф системаһының роле» темаһына фекер алышты. Шулай уҡ фотоға төшөрөү, «Социаль селтәрҙәрҙә интерактив контент» воркшопы, «Һөнәрмәндәр диалогы» һәм «Яңы белем биреү сифаты: стратегик резерв» темалары буйынса нетворкинг, «Ваҡыт саҡырыуынан - мәғарифтың өҫтөнлөгөнә» форсайт-сессияһы, «Уҡытыусы һәм остаз йылы» педагогик уйыны һәм башҡалар булды.
Конкурстың икенсе көнө лә ҡыҙыҡлы үтте. Командалар «Master Mind» проблемалы-аналитик уйынында һәм кейс-турнирҙа көстәрен һынап ҡараны. Көн аҙағына командалар «Белем» йәмғиәтенең «Һөнәри йүнәлеш бөгөн: киләсәккә ҡараш» темаһына лекция тыңланы. Өсөнсө көндә эш төрлө майҙансыҡтарҙа барҙы. Конкурста ҡатнашыусылар РФ Дәүләт Думаһында, Мәскәү ҡалаһының Цифрлы мәктәбендә һәм РФ Йәмәғәт палатаһында булды, унда абруйлы эшмәкәрҙәр һәм компетентлы белгестәр менән берлектә мәғариф системаһын үҫтереүҙең финанс-иҡтисади мәсьәләләре тикшерелде, уҡытыусыларҙың эш хаҡы, йәштәргә патриотик тәрбиә, белем биреү сифаты менән идара итеүҙең муниципаль механизмдарын камиллаштырыу һәм башҡалар тураһында һүҙ алып барылды.
Күренекле эксперттар, Дәүләт Думаһы депутаттары, ғалимдар менән аралашыу конкурста ҡатнашыусыларҙы илһамландырҙы, уларға үҙ фекерҙәрен белдерергә, мәғарифтағы иң көнүҙәк мәсьәләләр һәм проблемалар буйынса фекерҙәр менән уртаҡлашырға мөмкинлек бирҙе. «Мәғариф флагмандары. Муниципалитет» конкурсының дүртенсе көнө лә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бәйгеселәргә Рәсәй мәғариф академияһының Мәғарифҡа идара итеү институтында квалификацияны күтәреү тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды. Документ ағымдағы йылдың апреленән июнь айына тиклем уңышлы дистанцион уҡытыу йомғаҡтары буйынса һәр кемгә бирелде.
Конкурста ҡатнашыу «Ғафури» командаһына иң яҡшы һөнәри, командала эшләү һәм лидерлыҡ сифаттарын күрһәтеү, дөйөм бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн фекерҙәштәр табыу мөмкинлеген бирҙе.
Бөтә Рәсәй конкурсының ярымфиналында ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ, был беҙгә төрлө ҙур һәм бәләкәй ҡалалар, өлкәләр һәм төбәктәр идарасылары менән ярышырға, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирҙе. Һис шикһеҙ, конкурс бик файҙалы булды - һөнәри мөмкинлектәр офоҡтарын киңәйтте. Беҙ белгән яңылыҡтар хәҙер аныҡ башланғыстарҙа, урындарҙа ярҙам итәсәк, муниципаль мәғариф системаһы үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
«Ғафури» командаһының һәр ағзаһы «Мәғариф - Рус һүҙе» коммерцияға ҡарамаған профессиональ белем биреү учреждениеһында квалификация күтәреү курстарында бушлай уҡырға мөмкинлек биргән махсус сертификат менән бүләкләнде. Шулай уҡ конкурсты ябыу тантанаһында командаға «Ҡала - мәғариф кейсы булараҡ» идара итеү фотокросы еңеүсеһе дипломы һәм «Мәғариф флагмандары. Муниципалитет» ярымфиналы ҡатнашыусылары сертификаттары тапшырылды.
Күләмле проектта ҡатнашып, командабыҙ берҙәм маҡсатҡа өлгәште - профессиональ идара итеү өлкәһендә яңы белем-күнекмәләр алды. Аң даирәбеҙҙе киңәйттек, илдең төрлө төбәктәренән килгән тәжрибәле коллегаларыбыҙ менән аралашыуҙан бик күп ыңғай тәьҫораттар алдыҡ.
«Ғафури» командаһы ярымфиналда ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа ҙур рәхмәтен белдерә. Уҡытыусыларыбыҙға һәм битараф булмаған яҡташтарыбыҙға - конкурс дауамында командаға ярҙам күрһәткәндәре өсөн айырым рәхмәт.
Сығанаҡ: "Табын"