Ырымбурҙа янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы чемпионаты һәм беренселеге үтә.
Ярыштарға илдең иң көслө спортсылары, шул иҫәптән 136 спорт мастеры килде. Бәйгеселәр араһында 300-гә яҡын ҡыҙ һәм егет, шул иҫәптән Башҡортостан спортсылары бар. Ярыштар йөҙ метрлыҡ ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, ике төр ярыш, янғын эстафетаһы һәм башҡа дисциплиналар буйынса үткәрелә.
Башҡортостан спортсыһы Даяна Нафиҡова «Штурм баҫҡысы» дисциплинаһында урта төркөмдә иң яҡшыһы тип танылды.
Даяндан тыш, был дисциплинала өлкән йәштәге үҫмерҙәр араһында Максим Луценко икенсе урын алды. Эстелла Токарева кесе төркөмдә йөҙ метрлыҡ ҡаршылыҡ һыҙатын үтеүҙә өсөнсө булды.
Фото: Башҡортостан Республикаһының спорт министрлығы