

6 август көндө Ҡырмыҫҡалы районы Аҡтүбә ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәргә обелиск асыу тантанаһы булды.Тыуған ауылдарына был мөһим сарала ҡатнашырға ҡунаҡтар ҡайтты.Йыйылыусыларҙы митингта муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ҡайнар ҡотланы,паркты һәм обелискты эшләүҙә,ауыл сараларында әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм кешене район хакимиәтенең Рәхмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләне.





А Ҡ Т Ү Б Ә
Һиңә төшһә ҡайтыр юлым,
Зәңгәр күккә тейә түбәм.
Йыраҡ ара яҡыная--
Саҡыра мине Аҡтүбәм.
Бәләкәй генә булһаң да
Ифрат ҙур һинең тарихың.
Ошо ерҙе төйәк иткән
Ата-бабайҙар вариҫы.
Кемдәр генә килмәһендәр,
Булыр улар дуҫ һәм туған.
Юҡҡамы,тәүге исемең
Аталған Яңы Илтуған.
Йәшәй бында ауылдаштар-
Ҡан-ҡәрҙәштәй
кешеләрем,
Таянырға таянысым,
Йомарт,алсаҡ күршеләрем.
Иленкә буйын гөл иткән
Илен һөйгән яҡташтарым.
Ил мәнфәғәтен ҡайғыртыр,
Ил өсөн һалыр баштарын!
Ауылымдың иң түрендә
Бер изге һәйкәл ҡуйылған;
Һикһән яугирҙең исеме
Мәрмәр ташына уйылған.
Мәсеттең көмөш айында
Сағылалыр ҡояш нуры.
Аҙан тауышы индерә
Күңелдәргә иман нурын.
Тәбиғәттең гүзәллеген
Бер килһәгеҙ-күрерһегеҙ
Матурлығы ауылымдың
Сере ниҙә-белеһегеҙ.
Сер түгел кем йәшәгәне
Аҡ ауылым Аҡтүбәлә:
Аҡ күңелле,аҡ маҡсатлы,
Ап-аҡ уйлы аҡтүбәләр!
Фәрғәт ҠОТЛОБАЕВ.