Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
7 Августа 2022, 11:01

Белорет районында ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны үтте

Байрам Белорет, Балаҡатай, Ҡыйғы райондарынан, Межгорье ҡалаһынан, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән ошо ырыуҙың вәкилдәрен йыйҙы.

Белорет районында ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны  үттеБелорет районында ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны  үтте
Белорет районында ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны үтте

6 августа Белорет районының Йөйәк ауылында «Минең тыуған ерем Йөйәк - илһам сығанағы» байрамы сиктәрендә «Иҙел башы» этнофорумы уҙҙы. Быйыл сара Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылына арналды.

Байрам Белорет, Балаҡатай, Ҡыйғы райондарынан, Межгорье ҡалаһынан, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән ошо ырыуҙың вәкилдәрен йыйҙы.

Сарала Йөйәк ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рифат Ғилманов, Белорет районы Советы секретары Альберт Азаматов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, Белорет районының Өфөләге яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рәис Исмәғилев ҡатнашты.

Байрам программаһын «Ҡатай һылыуы», «Ҡатай батыры» конкурстары, "Төньяҡ амурҙары тоҡомдары", «Йәш ҡатай» ғәҙәти уҡтан атыу турниры, шулай уҡ ҡатай ырыуы ижади коллективтарынан һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарынан байрам концерты биҙәне.

Форум аҙағында рәхмәт хаттары тапшырылды һәм ғәҙәттәгесә ҡатай ырыуы вәкилдәрен номинациялар менән билдәләнеләр, конкурс еңеүселәрен дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнеләр.

Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Белорет районы муниципаль районы хакимиәте, Белорет районы муниципаль районының Йөйәк ауыл советы ауыл биләмәһе, «Ҡатай ырыуы» социаль селтәрҙәр төркөмө. Форум Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында ойошторолдо.

Фото: Башҡортостандың мәҙәни донъяһы сайты.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас