Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
7 Август 2022, 05:30

Радий Хәбиров тимер юлсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Социаль селтәрҙәге яҙманы төбәк Башлығы файҙаланыусы локомотив депоһы технологы Татьяна Старочкинаға бағышлаған.

Радий Хәбиров тимер юлсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланыРадий Хәбиров тимер юлсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы
Радий Хәбиров тимер юлсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы

«Татьяна Борисовна, күпселек туғандары кеүек үк, хеҙмәт ғүмерен тимер юлға арнаған.  40 йылдан ашыу ғүмерен ошо һөнәренә бағышлаған.

Ә барыһы ла 1937 йылдан, Дим локомотив депоһы барлыҡҡа килгәс башланған. Татьяна Борисовнаның олатаһы Вениамин Степанович паровоз машинисы булып эшләй, һуғыш йылдарында Сталинград өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Тимер юл транспортында уның улдары - Борис һәм Владимир эшләй. Әсәйем, Рәйсә Дмитриевна, шулай уҡ үҙ яҙмышын тимер юл менән бәйләгән. Ул техник бүлек инженеры, нормалаштырыу төркөмө начальнигы, баш механик бүлегенең әйҙәүсе инженеры булып эшләгән. Сергей Борисович ағаһы - шулай уҡ тимер юлсы. Ул электр поезы машинисы ярҙамсыһы, юл бригадиры, хәрәкәт хәүефһеҙлеге буйынса ревизор, тергеҙеү поезы начальнигы була. Татьяна Борисовнаның улы Евгений Анатольевич та әсәһенең эҙҙәре буйлап киткән. Әле ул Дим станцияһының тергеҙеү поезында эшләй.

Старочкиндар династияһының дөйөм хеҙмәт стажы - 234 йыл, шуның 152 йылы - локомотив депоһында. Һөнәреңдең тоғролоғоноң һәм оҫталығыңды быуындан быуынға тапшырыуҙың һоҡланғыс өлгөһө», - тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе Татьяна Старочкинаны, уның ғаиләһен, шулай уҡ тимер юлсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, фиҙаҡәр хеҙмәттәре һәм һөнәри оҫталыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас