Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
7 Август 2022, 12:41

Республика спортсылары «Азия балалары» уйындарында бадминтон буйынса бронза алды

Спортсыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. 

Республика спортсылары «Азия балалары» уйындарында бадминтон буйынса бронза алдыРеспублика спортсылары «Азия балалары» уйындарында бадминтон буйынса бронза алды
Республика спортсылары «Азия балалары» уйындарында бадминтон буйынса бронза алды

Өфөнөң 7-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Фәрхәт Шәрипов һәм Иван Меркушев «Азия балалары» халыҡ-ара спорт уйындарында өсөнсө булды.

Ярымфиналға сығыу өсөн уйында улар Владивосток уйындары хужаларының ирҙәр парлы разрядында еңде. Әммә артабан Татарстан (беренсе урын) һәм Үзбәкстан (икенсе урын) көслө спортсыларынан ҡалышты.

Шулай уҡ Фәрхәт Шәрипов яңғыҙ разрядта өсөнсө булды, шул уҡ Татарстан парынан Илмир Хәйретдинов менән Степан Волков һәм Үзбәкстан вәкиле Сәйфүзәт Мөхторовтан ҡалышып.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, боксер Тимур Шәйбәков «Азия балалары» уйындарында Башҡортостан өсөн өсөнсө көмөш миҙал яуланы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас