+21 °С
Болотло


Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы алдағы тәүлектә дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртте. Башгидрометүҙәк фаразы буйынса, республикала һауа торошоноң боҙолоуы һәм елдең секундына 20 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.
Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, йәшен йәшнәйәсәк, республиканың көньяҡ-көнсығышы буйынса яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә тотороҡһоҙ талғын, көндөҙ төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр, йәшен ваҡытында секундына 15-20 метр.
Һауа температураһы төндә +14,….+19°, көндөҙ +26,+31° . Төндә һәм иртән автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.