Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Август 2022, 14:56

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

Радий Хәбиров бөтә Башҡортостан халҡы исеменән төҙөүселәргә маҡтаулы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте.

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәренә дәүләт наградалары тапшырҙыРадий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы
Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

Төбәктең төҙөлөш комплексында эшләгән 58 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары миҙалдар, почет грамоталары һәм исемдәр менән билдәләнде, тип хәбәр итә Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәте.

Тантанала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәтендә республика башлығы, «йыл ярым эсендә - 4,5 миллион квадрат метр, былтыр 3 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөнөк. Был Башҡортостан тарихында рекорд. Бындай күләмдәр республикабыҙҙа бер ҡасан да булғаны юҡ ине».

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса быйыл 4,4 миллиард һум үҙләштерелә, тип хәбәр итте Радий Хәбиров. Өфөнөң Ағиҙел аръяғында һәм Нефтекамала ҙур инфраструктура проекттарын башланыҡ. Әле «Көньяҡ ҡапҡа» һәм Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы проекттары өҫтөндә ҙур эш алып барабыҙ. Быларҙың барыһы ла яңы торлаҡ төҙөү өсөн мөмкинлектәребеҙҙе киңәйтә».

Радий Хәбиров бөтә Башҡортостан халҡы исеменән төҙөүселәргә маҡтаулы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте һәм төҙөлөш тармағы алдынғыларына наградалар тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән алынды.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас