

Илеш районының «Орленок» сәләмәтләндереү лагерында ял итеүсе ике йөҙләгән бала Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге башланғысы буйынса үткән «Крайҙы өйрәнеү сәғәте» барышында башҡорттарҙың художество кәсептәре һәм милли мәҙәниәте менән танышты. Быйылғы сменаның яртыһы Луганск халыҡ республикаһынан килгән. Улар өсөн үҙенсәлекле башҡорт мәҙәниәте менән танышыу ҡыҙыҡлы булған.
Муса Гәрәев исемендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Нуриева улар өсөн тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте һәм тыуған яҡты белеүгә викторина үткәрҙе. Балалар ни өсөн республиканың иң оҙон йылғаһы Ағиҙел исемен йөрөтөүе һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн Салауат Юлаев һәйкәленең ни тиклем әһәмиәтле булыуы хаҡында белде. Музыка өлкәһендә башҡорттар ҡурай һәм ҡумыҙ менән дан тотҡанын, ә ашамлыҡтарҙан башҡорт балы һәм бауырһаҡтың киң билдәле булыуын белде.
Лагерҙа тәрбиәләнеүселәр «Беҙ Башҡортлар» хәрәкәте активисы Әнисә Саттарованың ҡулдан эшләгән ҡурсаҡтары менән дә танышты. Үрге Йәркәйҙәге ҡул эше оҫтаһына 72 йәш, уның коллекцияһында 80-дән ашыу ҡурсаҡ бар. Уларҙың бөтәһе лә төрлө башҡорт ырыуҙары костюмдарына кейенгән. Улар араһында билдәле илештәр — Советтар Союзы Геройы осоусы, әүҙемсе Муса Гәрәевтың һәм артиллерист Әнүәр Абдуллиндың ҡурсаҡтары ла бар.
Оҫтабикә шулай уҡ балалар өсөн сепрәк ҡарғалар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ә унан алда Әнисә апай Саттарова яҙ башланыуын һәм ҡара ҡарғаларҙың килеүен символлаштырған «Ҡарға бутҡаһы» башҡорт милли байрамы хаҡында һөйләне. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар иҫтәлеккә сепрәктән ҡарға эшләне.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.