

Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге яҙылыусыларына танылған спортсының донъя спорты тарихына инеүен иҫкә төшөрҙө. Ул 1972 йылда Мюнхендағы Олимпиада финалында Америка ҡушма штаттары йыйылмаһы менән матч аҙағына тиклем өс секунд ҡалғас алтын пас биргән. Совет йыйылмаһы ул саҡта еңеп сыҡты, ә был тарих «Последний богатырь» фильмына нигеҙ булып ятты.
«Үҙемдең дә малайҙарым үҫә, һәм уларҙың шундай кешеләрҙе күреүҙәре минең өсөн бик мөһим. Бөгөн беҙҙең менән тренерым Александр Николаевич Григорьев та эшләй, ул үҙенең эшләү йылдарында тиҫтәләрсә спорт мастерҙарын һәм мастерлығына кандидаттар әҙерләне.
Уҙған еңеүҙәр хаҡында ғына түгел, ә киләһе йылды республикала тренерҙар йылы тип иғлан итеү тураһында ла һөйләштек. Нәҡ тренерҙар беҙҙән, егеттәрҙән һәм ҡыҙҙарҙан, Рәсәй Федерацияһының ысын граждандарынан эшләй. Арҡаға һуҡмаҫҡа, фашламаҫҡа, өлкәндәрҙе ихтирам итергә һәм иң мөһиме - Тыуған илен яратырға принциптары булған көслө, ныҡ кешеләр», - тип яҙҙы республика Башлығы.