Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Август 2022, 06:15

Ипләп, камера тора!

Яңы ҡағиҙәләр бар. Беләһеңме?

Ипләп, камера тора!Ипләп, камера тора!
Ипләп, камера тора!

«Транспорт сәғәте»ндә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу тикшерелде, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Республиканың Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев төбәктә автоматик контроль камералары теркәлгән хоҡуҡ боҙоуҙар исемлеген киңәйтеүҙәре хаҡында һөйләне. Тиҙлек режимы менән бер рәттән комплекстар ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙы, водителдәрҙең кеҫә телефоны менән шаярыуын,  ҡайышты эләктереү-эләктермәүен аңдып ҡына тора.

Биш юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү камераһын Өфө-Бөрө-Яңауыл юлының авариялы участкаларында ҡуйҙылар. Һөҙөмтәлә һуңғы ике аҙнала ошо трассала етди юл-транспорт ваҡиғалары булманы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас