

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рус география йәмғиәте фестивалендә республика вәкилдәрен хупланы. «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә ул Кремль фонында сығыш яһаған башҡорт милли костюмдарында артистарҙың фотоһын баҫтырҙы һәм ҡыҫҡаса «Ғорурланабыҙ» тип яҙып ҡуйҙы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл 5 йыллығын билдәләгән Рус география йәмғиәте фестивале иртәгә Мәскәүҙәге «Зарядье» паркында башлана. 18 августа, фестивалде асыу көнөндә төп сәхнәлә «Арғымаҡ» төркөмө сығыш яһаясаҡ. 26 августа, Рус география йәмғиәте фестивале барышында, Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көнө уҙғарыла. Фестиваль ҡунаҡтарын «Һабантуй» спорт-уйын программаһы көтә. Байрамды төбәктең һәм Мәскәү ҡалаһының сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында ҙур концерт биҙәйәсәк.
Фото: Радий Хәбиров.