+21 °С
Болотло


Ишембай районы Биксән мәҙәниәт йорто менән ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре "Аяҡтарын талмаһын, ҡаталарың туҙмаһын" исемле бик күңелле байрам үткәргән.
Ярышта Биксән ауылынан Механизаторҙар һәм Мәктәп урамдары, күрше Һайран, Арлар, Ҡарлар, Яңы Әптек ауылдары командалары көс һынашҡан.
Уйын йыр-моң, төрлө ярыштар менән аралашып барҙы. Бар командалар ҙа бик матур итеп күргәҙмәләр эшләгән.
Галошты маҡтап бик күп йырҙар йырланды, шиғырҙар һөйләнде. Ысынлап та, галоштан башҡа ауыл йәшәй алмай, ауылдың вездеходы ул!
Фото: Маломаксютовский_СК