+21 °С
Болотло


21 августа Рәсәйҙә Офицерҙар көнө билдәләнә. Был дата дәүләт байрамы түгел, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, был көндө РФ Хәрби көстәре офицерҙарын ҡотлау традицияһы киңәйә бара. Хәрби частарҙа төрлө саралар үтә, улар барышында үҙҙәре өсөн Ватанды һаҡлау һөнәрен һайлағандарҙы ҡотлайҙар.
Хөрмәтле офицерҙар! Һәр берегеҙ үҙ исеменә лайыҡ. Офицерҙарҙың ҡаһарманлығы һәм хөрмәте ҙур хөрмәт уята. Һеҙҙең Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштарығыҙ һанап бөткөһөҙ, хеҙмәт ҡатмарлы һәм хәүефле. Беҙ Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм тормошоғоҙҙоң тыныс һәм хәүефһеҙ булыуын, ә погондарҙа яңы йондоҙҙар ҡабыныуын теләйбеҙ.