Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Август 2022, 10:51

«Журфест-2022» һөҙөмтәле үтте

Ғәҙәттәгесә журналистар өсөн саҡырылған эксперттар ҡатнашлығында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре йәнле үтте, төрлө милли уйындарҙан майҙан гөрләп торҙо.

«Журфест-2022» һөҙөмтәле үтте«Журфест-2022» һөҙөмтәле үтте
«Журфест-2022» һөҙөмтәле үтте

Башҡортостан журналистарының «Журфест-2022» йәйге фестивале 19 августа Ҡариҙел районы «Звездный» физкультура-сәләмәтләндереү комплексында уҙғарылды. Ғәҙәттәгесә журналистар өсөн саҡырылған эксперттар ҡатнашлығында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре йәнле үтте, төрлө милли уйындарҙан майҙан гөрләп торҙо.

Фестивалдә матбуғат хеҙмәткәрҙәре яңы белем алып, аралашып, милли уйындарҙа бик әүҙем ҡатнашты. Волейбол, футбол, уҡ атыу, тартыш, ҡул көрәше ярыштары бик көсөргәнешле барҙы.

"Киске Өфө" гәзите хеҙмәткәре Артур Батыршин үҙенең уҡ-һаҙаҡтары менән журналистарға тамаша ҡорҙо. Уҡ-һаҙаҡ борон һунарға йөрөү, яу ҡоралы булһа, хәҙер уҡтан атыу спорттың бер төрө тип ҡабул ителә. Шулай ҙа йәш быуында үҙ милләтеңдең тарихына, милли йолаларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән етди әмәл. Был ҡорал янында журналистар ҙа, Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар ҙа ҡарап ҡына тора алманылар, барыһы ла атып ҡараны.

"Журналистар спорт менән дуҫ булырға, сәләмәт тормош алып барыу тураһында яҙа. Улар яҙғанға ышанабыҙ, журналистар үҙҙәре лә физик яҡтан сыныҡҡан шәхес булырға тейеш. Спорт һау милләтте һаҡлап ҡалыуҙа төп инструменттарҙың береһе," - тине Ҡариҙел районы хакимиәтенең социаль сәйәсәт, йәштәр һәм спорт бүлеге начальнигы Вячеслав Симиряков.

Ошондай матур спорт ярыштарын ойошторорға ярҙам иткән Вячеслав Симиряковҡа, ДЮСШ директоры Р.У. Муллаяров, урынбаҫары Р.И. Шәйҙуллин, Ю.Н. Ғәбсадиҡова, К.Р. Ибраһимов, тренерҙар Е.А. Миңләхмәтовҡа, Э.В Гәрәеваҡа , В.А Кәримовҡа ҙур рәмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас