Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
23 Август 2022, 16:29

Баймаҡ районындағы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар лицензияһыҙ ҡаласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов был хаҡта нимә тине?

Баймаҡ районындағы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар лицензияһыҙ ҡаласаҡБаймаҡ районындағы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар лицензияһыҙ ҡаласаҡ
Баймаҡ районындағы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар лицензияһыҙ ҡаласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙә республика Эске эштәр министрлығы һәм Тәфтиш комитетының төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәренең Баймаҡтағы ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоусылар менән нисек эшләүҙәре тураһында һөйләне. «Весна» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлегенә ҡарата бөгөн енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Бер аҙна элек Азат Бадранов хоҡуҡ боҙоусылар буйынса документтарҙы Рәсәй Федерацияһының Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлығының үҙәк аппаратына тапшырғайны. Күсей ауыл советы биләмәһендә законды тупаҫ боҙған компанияларға ҡарата уларҙы лицензияһынан мәхрүм итеү ҡаралған.

Вице-премьер билдәләүенсә, хәҙер һибелмә алтын сығарыуға мораторий мәсьәләһе ентекле өйрәнелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Роснедр Евгений Петровтың осрашыуында был тәҡдим тәүгә радикаль сара булараяңғыра.

«Теге йәки был ҡарар тормошҡа ашырыла. Дәүләт менән идара итеү практикаһында ла был тәүге тапҡыр буласаҡ, элек сәселгән алтын сығарыуға мораторий индереү ҡулланылмаған. Был процесс ойоштороу-хоҡуҡи ҡарарҙар әҙерләү өсөн күпмелер ваҡыт талап итә», - тине Азат Бадранов.

Вице-премьер лицензияларын тартып алыу һәм енәйәт эштәре ер аҫтын файҙаланыусыларҙы айнытыр тигән ышаныс белдерҙе. Улар ер аҫты байлыҡтарын - законлылыҡ һәм экологиялылыҡ тураһында бөтөнләй онотҡан.

Фото: "Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас