Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Август 2022, 11:07

Фидан Сафа улы, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ

Йәштәр дүрт йыл дуҫлашып йөрөгән. Икеһе лә Башҡорт драма театрына эшкә йүнәлтмә алғас, ул һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған.

Фидан Сафа улы, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙФидан Сафа улы, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ
Фидан Сафа улы, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ

Өфөлә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың хәләл ефете Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы Ғафарова донъя ҡуйған. Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.  Йәш пар 1967 йылдың 17 февралендә Өфөлә никахлаша. Ике ул тәрбиләп үҫтерәләр.

Быйыл Ғафаровтар ғаилә ҡороуҙарына 55 йыл тулыуҙы билдәләгәйне. Улар сәнғәт училищеһының дөйөм ятағында танышҡан. Буласаҡ артист киске аш бешереү өсөн таба эҙләп, студент ҡыҙҙар йәшәгән ҡатҡа төшкән. Шунда Фәриҙәне осратып, уға тәү ҡараштан ғашиҡ булған.

Йәштәр дүрт йыл дуҫлашып йөрөгән. Икеһе лә Башҡорт драма театрына эшкә йүнәлтмә алғас, ул һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған.

Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас