Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Август 2022, 06:09

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ урамындағы баҙарҙа баҡсасыларҙан йәшелсә һатып алды

"Бындай япма менән ямғыр ҙа, ҡояш та ҡурҡыныс түгел. Яҡшы шарттар булдырҙығыҙ», - тине Фәниә Сәғитова.

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ урамындағы баҙарҙа баҡсасыларҙан йәшелсә һатып алдыРадий Хәбиров Стәрлетамаҡ урамындағы баҙарҙа баҡсасыларҙан йәшелсә һатып алды
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ урамындағы баҙарҙа баҡсасыларҙан йәшелсә һатып алды

Улар республика башлығына яңы урындар ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн бик уңайлы булыуы хаҡында һөйләне.

"Бындай япма менән ямғыр ҙа, ҡояш та ҡурҡыныс түгел. Яҡшы шарттар булдырҙығыҙ», - тине Фәниә Сәғитова. Уға 86 йәш, 43 йыл шәфҡәт туташы булып эшләгән, бөтә Советтар Союзын урап сыҡҡан. Хәҙер ҡатын хаҡлы ялда. Баҡсала үҫтерелгән артыҡ өлөшөн баҙарҙа һаталар.

 "Баҙарҙа уларҙы, ҡағиҙә булараҡ, алыпһатарҙар ҡыҫырыҡлап сығара. Бындай кәштәләрҙә беҙ ҡулланыусылар өсөн урындағы аҙыҡ-түлекте арзанайтыу мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Ә баҡсасыларҙың йәшелсә, еләк-емеш һатыу өсөн уңайлы урындары барлыҡҡа килә ", - тине Радий Хәбиров.

Һуңғараҡ ул социаль селтәрҙә республикала эшләүселәргә мөрәжәғәт итте һәм уларға бына ошондай пенсионер-баҡсасыларҙан  бер килограмм алма йәки ҡыяр һатып алыу өсөн аҙ ғына аҡса түгеүҙәрен һораны.

Әйткәндәй, Радий Хәбиров Фәниә Сәғитованан һарымһаҡ һәм помидорҙар һатып алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров баҡсасылар өсөн ошондай урындар төҙөргә республика баҡсасыларының беренсе форумында ҡушты.

Фото: Башҡортостан Республикаһы башлығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас