Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
31 Августа 2022, 05:59

Блогерҙар менән башҡорт журналистары осрашты

Улар бергә эшләй аламы? Һеҙ ниндәй блогерҙарҙы яратып ҡарайһығыҙ? 

Блогерҙар менән башҡорт журналистары осраштыБлогерҙар менән башҡорт журналистары осрашты
Блогерҙар менән башҡорт журналистары осрашты

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт телендә сыҡҡан рәсми матбуғат баҫмалары һәм туған телдә контент эшләүсе блогерҙар менән осрашыу үткәрҙе. "Түңәрәк өҫтәл"дең маҡсаты - ике өлкә араһында хеҙмәттәшлек күперҙәре булдырыу, уртаҡ эшмәкәрлек юлдарын табыу.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова был осрашыуҙың заман талабы булыуын билдәләп үтте.
Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов ике яҡты ла фәһемле хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы һәм профессиональ журналистар ҙа, блогерҙар ҙа уртаҡ социаль функциялар үтәй, тип билдәләне.

"Беҙ бөгөн “бына кеше гәзит-журнал уҡымай, интернетҡа әүрәй, теләһә ниндәй блогерҙарҙы ҡарап ултыра” тип ғәйепләүгә күсергә генә торабыҙ. Ә, асылда, блогер булыуҙың эстәлеген дә, мәғәнәһен дә аңлап етмәйбеҙ. Блогер ул шундай уҡ мәғлүмәт биреүсе, мәғлүмәт менән идара итеүсе. Эйе, уларҙың махсус журналист белеме юҡ, ҡайһылары хатта йә русса ла, йә башҡортса ла матур итеп һөйләшә белмәй, яҙыуҙа ла грамоталы түгелдәр, ҡайһыларының мәҙәни кимәле лә түбән – әммә улар социумды әүрәтә ала. Тимәк, был кешеләр бөгөнгө йәмғиәттең холҡон, ҡыҙыҡһыныуҙарын, талаптарын аңлап алған һәм шуларҙы ҡәнәғәтләндерә белә лә. Уларҙа үҙенә күрә һиҙемләү, тойомлау бар. Уларҙа шулай уҡ нимәнелер ваҡытында әйтә алыуға ҡыйыулыҡ, аңғарып ҡалыуға иғтибарлылыҡ, күҙәтеүсәнлек бар. Унан бит әле блогерҙарға халыҡты әүрәтеү өсөн оло хеҙмәт башҡарырға кәрәк. Актуаль темаларҙы яҙыу ҙа, видео төшөрөү ҙә, уҡыусыларыңды (яҙылыусыларыңды) һәр ваҡыт тонуста тоторлоҡ ҡыҙыҡлы булыу ҙа. Бына был яҡтарҙан мин бөгөнгө башҡорт блогерҙарын маҡтайым", - тип фекерен белдерҙе "Һәнәк" журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова. 

«Иң мөһиме, бөгөнгө осрашыуҙың тос һөҙөмтәһе булһын. Матбуғат баҫмалары күтәргән социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн беҙгә йәш аудитория кәрәк, был йәһәттән блогерҙар менән хеҙмәттәшлек ҙур һөҙөмтәләргә килтерер ине. Мәҫәлән, наркомания, суицид күренештәре һәм башҡа социаль проблемалар төрлө социаль ҡатлам кешеләренә, һәммә эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәндәргә ҡағылыуы ихтимал. Шуға күрә йәштәр сәйәсәте һәр яҡтан һөҙөмтәле юлдарҙы табырға тейеш, шул иҫәптән блогерҙар йөҙөндә лә. Сөнки уларҙың аудиторияһы – буласаҡ абитуриенттар, студенттар, белгестәр, бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең киләсәгебеҙ һәм уларға файҙалы, ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле дөрөҫ йүнәлеш биргән ыңғай мәғлүмәт еткереүҙә, мотивациялауҙа, шул иҫәптән блогерҙарҙың да өлөшө ҙур», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Марат Әсхәт улы.


"Түңәрәк өҫтәл" барышында блогерҙарҙы республиканың дөйөм медиакиңлегенә йәлеп итеү, блогерҙар һәм рәсми баҫмалар араһында хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле юлдарын эҙләү (контент менән туранан-тура алмашыу, төрлө йүнәлешле сараларға йәлеп итеү, блогерҙарҙың ресурстары аша мәғлүмәт биреү) мәсьәләләре күтәрелде, проблемалар асыҡланды. 

Шәхси блог алып барған башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы нигеҙендә "Блогерҙар клуб"ын ойоштороу теләген яңғыратты. Башҡорт  баҫмалары кулбтың эшмәкәрлеген, һөҙөмтәләрен яҡтырта барырға вәғәҙәләне.

 

Фото: 

Автор:
Читайте нас