Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
1 Сентября 2022, 15:17

Башҡортостанда 17 кеше, уларҙың берәүһе бала, бәшмәк менән ағыуланған

Шуға күрә ерҙән йыйылған бәшмәктәрҙе ентекле таҙартырға һәм йыуырға кәрәк.

Башҡортостанда 17 кеше, уларҙың берәүһе бала, бәшмәк менән ағыуланғанБашҡортостанда 17 кеше, уларҙың берәүһе бала, бәшмәк менән ағыуланған
Башҡортостанда 17 кеше, уларҙың берәүһе бала, бәшмәк менән ағыуланған

Быйыл ете айҙағы статистиканы август аҙағында Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәте баҫтырып сығарҙы. 

Ошо ваҡыт эсендә бәшмәк менән ағыуланыуҙың 15 осрағы теркәлгән. 17 кеше, шул иҫәптән 14 йәштән кесерәк бер бала  зыян күргән. Үлем осраҡтары юҡ.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бындай ғәҙәттән тыш хәлдең төп сәбәптәре - ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙе таный белмәү, ҡайһы бер ашарға яраҡлы һәм шартлы ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙе дөрөҫ әҙерләмәү. Ағыуланыу билдәләре сәғәт ярым-ике сәғәттән барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ул - баш ауыртыуы, күңел болғаныу, ҡоҫоу, эс китеү. Иҫке йәки боҙолған, йә иһә бешкән һәм цинкланған һауыт-һабала ҡыҙҙырылған ашарға яраҡлы бәшмәктәр менән дә ағыуланырға мөмкин.

Роспотребнадзорҙа бәшмәктең бик ҡаты сир - ботулизм сығанағы булыуы мөмкин тип иҫкәртәләр. Әгәр консервалау алдынан бәшмәктәр насар таҙартылһа һәм йыуылһа, уларҙың өҫтөндә ерҙең ваҡ киҫәксәләре менән бергә ботулизм тыуҙырыусылар ҙа булыуы мөмкин. Өйҙә термик эшкәртеү уларҙы үлтермәй, ә герметик һатып алынған банклағы шарттар, кислород үткәрмәйенсә, уларҙа кеше өсөн хәүефле ағыу - микроб токсины үҫеше өсөн уңайлы.

Шуға күрә ерҙән йыйылған бәшмәктәрҙе ентекле таҙартырға һәм йыуырға кәрәк. Өй шарттарында эшкәрткәндә бәшмәкте ҡапҡасы ышҡылмаған банкаларҙа әҙерләргә кәңәш ителә.

Был ауырыу уларҙы аҙыҡ итеп ҡабул иткәндән һуң 12-72 сәғәт үткәс тарала. Симптомдары: баш ауыртыу, ауыҙ кибеү, уҡшыу, ҡоҫоу, эс китеү, йотоу ауырлашыу һәм күреү һәләте боҙолоу. Бер-ике булһа ла билдәләр беленеү менән тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Бәшмәк ашарға яраҡһыҙ тигән шик кенә булһа ла, уны урманда ҡалдырыу яҡшыраҡ, тип кәңәш бирә ведомство белгестәре.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас