

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты.
«Нефть, газ һәм яғыулыҡ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө - Башҡортостан өсөн төп байрамдарҙың береһе. 90 йыл элек Ишембай районында нефть ятҡылығы асылғас, илебеҙҙең яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереүҙә «башҡорт» этабы башланды. Һөнәри байрамдары алдынан ветерандарыбыҙға тәрән рәхмәтемде һәм хөрмәтләүемде белдерәм. Һеҙ республикабыҙҙың төп байлығын булдырҙығыҙ, - тине Радий Хәбиров. - «Башнефть» - республикабыҙҙың көслө, төп партнеры, беҙ уның менән ышаныслы һәм конструктив мөнәсәбәттәр ҡорҙоҡ. Компания республиканың төп ҡаҙанышы булып тора».
Башҡортостан Башлығы «Башнефть» компанияһының фәнни-техник ҡаҙаныштарын да билдәләне һәм уның социаль программаһының һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
«Һуңғы биш йылда компания яғынан хәйриә ярҙамының дөйөм күләме 18 миллиард һумға етте, - тине Радий Хәбиров. - Был тиҫтәләрсә дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары тигән һүҙ. Бының өсөн ҙур рәхмәт! Шулай уҡ «Роснефть» компанияһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Беҙҙең тығыҙ хеҙмәттәшлек киләсәктә лә дауам итер, тип ышанам».
https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-09-02/v-ufe-torzhestvenno-otmetili-den-rabotnika-neftyanoy-i-gazovoy-promyshlennosti-2933665