

- Бөгөн Өфө халыҡ-ара марафонында арауыҡты йүгереп үттем. Ойоштороусыларға яҡшы кәйеф өсөн рәхмәт. Барығыҙға ла һаулыҡ һәм яҡшы ял көндәре теләйем! - тип яҙҙы Максим Забелин.
Хәбәр ителеүенсә, Өфө халыҡ-ара марафонында ҡатнашыуға Рәсәйҙең 11 төбәгенән һәм донъяның 30 иленән алты меңдән ашыу кеше ғариза биргән.
Билдәләп үтергә кәрәк, был ял көндәрендә Башҡортостанда «Спорт. Лидерлыҡ. Берҙәмлек» акцияһы үтә. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Евразия халыҡтары ассамблеяһының төбәк башҡарма комитеты вәкиллегенең киңәйтелгән ултырышында марафонды һәм форумды берләштереү ҙур һөҙөмтә бирә тип билдәләне.
Спорт, рухи һәм милли берҙәмлек аша дуҫлыҡты, илдәр, халыҡтар араһында ижади хеҙмәттәшлекте нығытыуға һәләтлебеҙ, – тине Андрей Назаров.
Сығанаҡ: «Башинформ».