

Быйыл «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһы Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан мәжбүри күсеп килгән балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелде. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов хәбәр итте.
Белем көнөндә республиканың ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында йәшәгән бөтә 210 бала тулыһынса тәьмин ителде. Улар - мәктәп һәм спорт формаһы, аяҡ кейеме, рюкзактар, яҙыу кәрәк-яраҡтары һәм башҡалар. Мәктәп уҡыусыларын ғына түгел, шулай уҡ юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына инергә теләгән балалар баҡсаларын да әҙерләнек.
- Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған «Теләктәр йәйе» һәм «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акциялары ыңғай йоғонто ғына яһаманы, балаларҙың тиҙ арала тыныс тормошҡа яраҡлашыуына булышлыҡ итте. Бында республикабыҙҙа, депутаттар корпусында, министрлыҡтарҙа, эшҡыуарлыҡ берләшмәләрендә, ирекмәндәр һәм йәмәғәт ойошмаларында йәшәгәндәрҙең һәммәһенең дә роле ҙур, - тип билдәләне Руслан Насретдинов.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе акцияны киңәйтергә һәм күскенселәрҙең балаларына көҙгө һәм ҡышҡы кейем комплекттарын һатып алырға тигән пландары хаҡында һөйләне.