Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2022, 16:09

“Иғтибар, бала юғалған!”

14 йәшлек үҫмер мәктәпкә киткән һәм юғалған.

“Иғтибар, бала юғалған!”“Иғтибар, бала юғалған!”
“Иғтибар, бала юғалған!”

Нефтекама ҡалаһында 14 йәшлек Хөснөтдинов Линар Ринат улын эҙләйҙәр. Өләсәһе ейәненең юғалыуы хаҡында ғариза менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама буйынса бүлегенә мөрәжәғәт иткән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2022 йылдың 6 сентябрендә иртәнге сәғәт 7-се яртыла 14 йәшлек малай мәктәпкә киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Хәҙер полицейскийҙар үҫмерҙе эҙләй.

Күк төҫтәге куртка, ҡара-күк төҫтәге мәктәп салбары, аҡ күлдәк, ҡара кроссовка кейгән, үҙе менән ҡара-ҡыҙыл төҫтәге мәктәп рюкзагы һәм аяҡ кейеме өсөн ҡара төҫтәге муҡса.

Әгәр һеҙ эҙләнгән кеше тураһында мәғлүмәт белһәгеҙ, 8 (34783) 2-29-02, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә 8 (347) 279-39-02, 02 (102 - мобиль телефондан) йәки яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ..

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас