+21 °С
Болотло


Шайморатов исемендәге батальон бер нисә көн бәйләнештә булманы, ләкин бөгөн, 8 сентябрҙә, барыһы ла яҡшы булыуын белдереп, бәйләнешкә сыҡҡан. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов хәбәр итте.
Камалетдинов мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙнала Башҡортостан батальондары махсус операция зонаһына сыҡҡан. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың “Капрал” саҡырыуы аҫтында эшләгән хәрби хеҙмәткәре кисә милләтселәрҙең өс кешенән торған диверсия-разведка төркөмөн табып, уларҙы юҡ иткән.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте