Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2022, 08:45

“Ат уйнатып алдан бара” спектакле тураһында һөйләшеүгә ҡушылып, беҙгә үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ!

Һөйөнсө! М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Ат уйнатып алдан бара” спектакленең ижади төркөмө Башҡортостан Республикаһының Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итә. Ижади төркөмдә - Ш.Бабич исемендәге Республика Йәштәр премияһы лауреаттары – Шайморатов ролен башҡарыусы Артур Кәбиров, пьеса авторы Зөһрә Бураҡаева, бейеүҙәр һәм пластик хәрәкәттәр ҡуйыусы Рәйес Низаметдинов.

“Ат уйнатып алдан бара” спектакле тураһында һөйләшеүгә ҡушылып, беҙгә үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ!“Ат уйнатып алдан бара” спектакле тураһында һөйләшеүгә ҡушылып, беҙгә үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ!
“Ат уйнатып алдан бара” спектакле тураһында һөйләшеүгә ҡушылып, беҙгә үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ!

Һөйөнсө! М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Ат уйнатып алдан бара” спектакленең ижади төркөмө Башҡортостан Республикаһының Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итә. Ижади төркөмдә - Ш.Бабич исемендәге Республика Йәштәр премияһы лауреаттары – Шайморатов ролен башҡарыусы Артур Кәбиров, пьеса авторы Зөһрә Бураҡаева, бейеүҙәр һәм пластик хәрәкәттәр ҡуйыусы Рәйес Низаметдинов.
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы йәмғиәттә танылыу яулаған һәм Башҡортостан мәҙәниәтенә тос өлөш индергән иң талантлы, яңылығы һәм үҙенсәлеге менән айырылып торған әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла.
Легендар комдив генерал-майор Шайморатов тураһындағы Башдрамдың “Ат уйнатып алдан бара” спектакле - ысын мәғәнәһендә, Халыҡ спектакле, күп тамашасыларҙың һөйөүен яулаған рухлы тамаша.
“Ат уйнатып алдан бара” спектакле тураһында һөйләшеүгә ҡушылып, беҙгә үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ!
Уй-фекерҙәрегеҙҙе gafury_lit@mail.ru электрон адресына, йә төркөмгә, йә театрға Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди ур., 34 адресы буйынса хат менән ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас