

9 сентябрҙә Учалы районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында һәләк булған кесе сержант Тимур Килмөхәмәтовтың әсәһе менән осрашты. Республика етәксеһе Роза Дамир ҡыҙына генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Тимур Килмөхәмәтов 2019 йылда армияла хеҙмәт иткәндән һуң хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөй. 2022 йылдың апрелендә Украинала хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Сержант Килмөхәмәтов (үлгәндән һуң) Батырлыҡ ордены менән наградланған.
Радий Хәбиров геройҙың әсәһе менән һөйләшкәндә республика һәләк булған яугирҙәрҙең туғандарын һәм яҡындарын ҡалдырмаясағын әйтте. Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Республика кардиология үҙәге менән берлектә төбәк Башлығы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарына медицина ярҙамы күрһәтеү программаһын әҙерләргә ҡушты.
- Улын һәм ирен юғалтыу - ғаилә өсөн ауыр стресс. Иң яҡшылары китә. Һәр саҡ ата-әсәләрҙән уларға ниндәй ярҙам күрһәтә алыуыбыҙ хаҡында һорайым, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы, табиптарыбыҙ туғандарына һәм яҡындарына юғалтыу ҡайғыһын кисереп сығырға ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләр, тигән ышаныс белдерҙе.