

«Салауат Юлаев» Өфөлә «Трактор»ҙы еңеп, икенсе уйын рәттән еңеү яуланы. Өфөләге «Өфө-Арена» стадионында Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты Фонбетының сираттағы матчы тамамланды. Унда урындағы «Салауат Юлаев» Силәбенең «Трактор»ын ҡабул иткәйне. Осрашыу 3:2 (1:1, 1:1, 1:0) иҫәбе менән хужаларҙың еңеүе менән тамамланды. Быйыл беҙҙең команданың үҙебеҙҙә тәүге еңеүе. Афарин, юлаевсылар!
Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=Салават%20Юлаев%20обыграл%20трактор%20дома%20сегодня&pos=6&img_url=http%3A%2F%2Fbetassist.obs.ru-moscow-1.hc.sbercloud.ru%2Fuploads%2Fnews%2Fimage%2F0%2F0%2F204%2F102279%2F1-seo.jpg&rpt=simage&lr=172