Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2022, 14:25

Радий Хәбиров туған телгә һөйөү тураһында һөйләне

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, баланың үҙ халҡының бай мәҙәниәте менән танышыуы тап ғаиләлә, әкиәттәр, бишектәр, ата-әсәнең ябай һөйләшеүе аша башланырға тейеш.

Радий Хәбиров туған телгә һөйөү тураһында һөйләнеРадий Хәбиров туған телгә һөйөү тураһында һөйләне
Радий Хәбиров туған телгә һөйөү тураһында һөйләне

Әле Донбаста төрлө телдәрҙе өйрәнгән егеттәр  үҙ бурысын үтәй, тип хәбәр итте Радий Хәбиров. Телдәр һәм мәҙәниәттәрҙең күп төрлөлөгөндә, берҙәмлектә илдең төп көсө һәм төп байлығы йәшеренә, тип билдәләне.

Республика башлығы Өфөлә өсөнсө тапҡыр Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары төбәк-ара форумы үтеүен хәбәр итте. Ул туған тел уҡытыусыһы һөнәрен иң мөһиме тип атаны. Уның һүҙҙәренсә, тап шул кешеләр балаларҙа туған телгә һөйөү уята, йолалар, бай мәҙәниәт хаҡында һөйләй, башҡа халыҡтарҙы ихтирам итергә, ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләп үҫтерә.

Башҡортостанда республикала йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн күп нәмә эшләнә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Полилингваль мәктәптәр селтәре үҫешә, унда балалар туған һәм сит телдәрҙе тәрән өйрәнә.

- Балаларға ысынлап та белем алыу ҡыҙыҡлы булһын өсөн телдәрҙе уҡытыу методикаһын камиллаштырыу өҫтөндә күп эшләйбеҙ. Уҡыу материалдарын цифрлаштырыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Президент инициативаһы менән үткәрелгән капиталь ремонт программаһына ярашлы мәктәптәрҙе ремонтлау эше бара. Балаларыбыҙҙың дәрескә йөрөргә теләүе лә бик мөһим, - тип белдерҙе Республика Башлығы.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, баланың үҙ халҡының бай мәҙәниәте менән танышыуы тап ғаиләлә, әкиәттәр, бишектәр, ата-әсәнең ябай һөйләшеүе аша башланырға тейеш.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас