Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2022, 05:40

Башҡортостанда көндәр йылынырмы?

Синоптиктар был аҙнаға ниндәй һауа торошо вәғәҙәләй?

Башҡортостанда көндәр йылынырмы?Башҡортостанда көндәр йылынырмы?
Башҡортостанда көндәр йылынырмы?

Киләһе аҙнаның башында Башҡортостанда 18 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала көн аяҙлы-болотло була. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 2-7 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ +10, +15 градус.

Дүшәмбе урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә +1, +6 градус. Айырым райондарҙа 0,-2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе ихтимал. Көндөҙ +11, +16 градус.

Шишәмбе республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә +1, +6 градус. Айырым райондарҙа 0,-2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе ихтимал. Көндөҙ +13, +18 градусҡаса йылыта.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас