Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2022, 10:27

Өфөлә ҡыҙыл күлдәк кейгән ҡатын-ҡыҙҙар парад ойошторҙо

Ғәҙәти булмаған флешмоб Халыҡ-ара матурлыҡ көнөнә арналған.

Өфөлә ҡыҙыл күлдәк кейгән ҡатын-ҡыҙҙар парад ойошторҙоӨфөлә ҡыҙыл күлдәк кейгән ҡатын-ҡыҙҙар парад ойошторҙо
Өфөлә ҡыҙыл күлдәк кейгән ҡатын-ҡыҙҙар парад ойошторҙо

Матросов исемендәге парктан «Арт-Квадрат»ҡа тиклем илленән ашыу гүзәл зат ҡыҙыл кейем кейеп үтте, тип хәбәр итә «Молодежная газета».

«Шествие в красных платьях» проекты авторы Мәскәүҙән Элеонора Шипулина һүҙҙәренсә, проект Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн әҙерләнгән. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ-үҙенә ышаныуы, мөхәббәт һәм нәфислек өсөн уҙғарыла. Гүзәл заттар үҙҙәренең матурлығын күрһәтә, тирә-йүнгә йылмайыу һәм энергия бүләк итә, үҙҙәре ҡыҙыл төҫтөң ыңғай көсө менән ҡораллана.

Проект илдә 2018 йылда эшләй башланы, ләкин Өфөлә тәүге тапҡыр флешмоб үтте. Уға яҡынса 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән, ләкин парадта һыуыҡтан һәм ямғырҙан ҡурҡмаған иң ҡыйыуҙар ғына ҡатнашты, тип асыҡлыҡ индерҙе Өфөләге проектты ойоштороусы Марина Агафонова.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас