

Үҙенең сәхифәһендә Гөлфиә Риф ҡыҙы бына нимә тип яҙа. "Мин юғары лозунгылар менән йәшәгән кеше түгел, ҡулдан килгәнсә тырышып эшләргә тырышам. Һәүетемсә генә башҡарған эшем дә, әлбиттә, дан-шөһрәт өсөн түгел. Хеҙмәтеңде күрә белеүҙәре яңы ҡаҙаныштарға дәртләндерә, шул уҡ ваҡытта яңы бурыстар өҫтәй – быныһы һис шикһеҙ.
Ябай ғына, әммә намыҫ менән башҡарған эшемде юғары баһалауҙары өсөн Башҡортостаныбыҙ Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, БР Хөкүмәтенә, БР мәғариф һәм фән министрлығына, Башҡорт дәүләт университеты етәкселегенә һәм, әлбиттә, иңгә иң терәшеп эшләгән, көндәлек тынғыһыҙ хеҙмәттә бергә ҡайнаусылар – хөрмәтле коллегаларыма ҙур рәхмәт!!!
Айырым рәхмәтем – үҙенең шәхси өлгөһөндә мине ғилми даирәгә алып сыҡҡан профессор Кәрим Ғайса улы Ишбаевҡа. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлап, аспирантураның көндөҙгө бүлегендә белем алыу, тәүҙә – кандидатлыҡ, бынан теүәл 13 йыл элек докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, профессор дәрәжәһен алыуым, үҙемдең аспиранттарымдың бер-бер артлы диссертация яҡлауҙары тап хөрмәтле ғилми етәксемдең изге фатихаһында эшләнде...
Фән юлынан ышаныслы атлар өсөн рух ныҡлығы һәм маҡсатҡа ынтылыш кәрәк – быныһы өсөн ҡәҙерле әтей-әнейемә рәхмәтлемен. Ғилем юлында үҙ һүҙеңде әйтер өсөн төплө белемһеҙ булмай – бының өсөн Маҡар мәктәбендә, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡытҡан хөрмәтле уҡытыусыларыма бурыслымын... Ныҡлы терәгем – ғаиләмә – рәхмәттәремдең иң ҙурыһы!
Артабан да республикабыҙ мәнфәғәтенә, башҡорт филологияһы фәненә лайыҡлы хеҙмәт итергә яҙһын! Тиҫтәнән артыҡ аспирантымдың фән юлынан ныҡлы аҙымдар менән килеүе күңелгә ышаныс өҫтәй..."

