+21 °С
Болотло


Беҙҙең республика исеменән конкурста Өфөнөң 107-се лицейынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов сығыш яһай.
Һынауҙар Ставрополь крайында ойошторола һәм 18 сентябргә тиклем дауам итә. Еңеү һәм иң яҡшы уҡытыусы исеме өсөн Мираҫ Рәшит улына илдең төрлө төбәктәренән 69 коллегаһы менән көрәшергә тура киләсәк.
Дуҫтар, Башҡортостандан ҡатнашыусыға ярҙам итәйек! Уҡытыусы медиавизиткаһы өсөн тауышты 16 сентябрҙең төнгө 12.00 сәғәтенә тиклем ҡалдырырға мөмкин. Ошо һылтанма буйынса тауыш бирергә: https://vk.cc/cgs8tw
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте