Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2022, 07:05

Республикала йәш төҙөүселәр өсөн һөнәри оҫталыҡ конкурсы уҙғарыла

Заявкалар 15 сентябргә тиклем ҡабул ителә.

Республикала йәш төҙөүселәр өсөн һөнәри оҫталыҡ конкурсы уҙғарылаРеспубликала йәш төҙөүселәр өсөн һөнәри оҫталыҡ конкурсы уҙғарыла
Республикала йәш төҙөүселәр өсөн һөнәри оҫталыҡ конкурсы уҙғарыла

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы төҙөлөш өлкәһендәге белгестәрҙе «Төҙөлөш йәшлеге» һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Конкурстың маҡсаты - төҙөлөш өлкәһендә эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм профессиональ оҫталыҡтың иң яҡшы тәжрибәһен популярлаштырыу. Конкурстың положениеһы менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

Ярыштарҙа түбәндәге 11 номинация буйынса 35 йәшкә тиклемге студенттар һәм йәш эшселәр ҡатнаша ала: ташсы, штукатур, ҡоро төҙөлөш белгесе, төҙөлөш өлкәһендә мәғлүмәт моделе әҙерләү буйынса белгес, плиткасы, электромонтажсы, хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес, төҙөлөштә һәм архитектурала автоматлаштырылған проектлау системалары инженеры, ҡыйыҡ ябыусы һәм башҡалар. Заявкалар 15 сентябргә тиклем ҡабул ителә.

Фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас