

Премияға бөтә Рәсәй йәки төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеүсе йәки призер булған, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡыусылар дәғүә итә ала.
Радий Хәбировтың указына ярашлы, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм уларҙың уҡытыусылары 100 мең һум премия алыу хоҡуғына эйә.
РФ Мәғариф министрлығы исемлегенән олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары 10-ар һәм 5-әр мең һум аласаҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеүселәр 5-әр һәм 3-әр мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.
Әгәр уҡыусыны олимпиадаға бер нисә уҡытыусы әҙерләһә, премия күләме улар араһында бүленә. Әгәр бер педагог бер нисә еңеүсене әҙерләһә, ул һәр береһе өсөн бүләкләнә ала.
Документтар 16-30 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, 450077, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 адресы буйынса (305-се бүлмә) 2022 йылдың 30 сентябренә тиклем ҡабул ителә.