

Туймазы спортсыһы Рәзил Шәбиев Үзбәкстан кубогында билбау көрәше буйынса донъя чемпионы булды. Район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов социаль селтәрҙәге яңылыҡ менән уртаҡлашты. Ярыштар 8-11 сентябрҙә Өфөлә үтте. Башҡортостан көрәшсеһе өсөнсө тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды.
Чемпионат миҙалдарын яуларға Грузиянан, Бельгиянан, Ирандан, Рәсәйҙән, Пакистандан, ҡытайҙан, Италиянан, Төркиәнән, Камерундан, Бразилиянан, Молдованан, Һиндостандан, Монголиянан, Латвиянан, Эстониянан,аҙағстандан һәм Тажикстандан спортсылар килгәйне. Ир-егеттәр - һигеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар биш ауырлыҡ категорияһында көс һынашты.
https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-09-12/sportsmen-iz-bashkirii-zavoeval-titul-chempiona-mira-po-borbe-kuresh-2944706