Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2022, 15:45

"Нева матуры" һылыуҡайы - Ильмира Сәлимова!

Радий Хәбиров Илмира менән ихлас һоҡланыуын белдерҙе һәм уны еңеүе менән ҡотланы.

"Нева матуры" һылыуҡайы - Ильмира Сәлимова!"Нева матуры" һылыуҡайы - Ильмира Сәлимова!
"Нева матуры" һылыуҡайы - Ильмира Сәлимова!
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Өфө ҡыҙы Ильмира Сәлимованың Санкт-Петербургта халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында еңеүе һәм «Нева матурлығы - 2022» һылыуҡайы титулын яулауы хаҡында һөйләне.
 
«Бер нисә ай элек Илмира менән танышҡас, ул үҙенең маҡсатҡа ынтылышы һәм рухи көсө менән мине әсир итте. Үҙенең 20 йәшенә ҡыҙ байтаҡ ғазап кисергән... Ләкин осраған бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул тормош һөйөүсәнлеге менән тулы», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
 
Республика Башлығы шулай уҡ ҡыҙҙың Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идара итеүе институты студенты Рима Баталова исемендәге республика Спорт әҙерлеге үҙәгендә коляскала фехтование секцияһында шөғөлләнеүен өҫтәне. Радий Хәбиров Илмира менән ихлас һоҡланыуын белдерҙе һәм уны еңеүе менән ҡотланы.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас