Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2022, 10:30

Ҡөрьән китабын 2,5 миллион һумға һаталар

«Китап ата-әсәйемдән мираҫҡа ҡалған. 140 йыл ваҡыт үтһә лә, һәйбәт һаҡланған», — тип яҙған һатыусы.

Ҡөрьән китабын 2,5 миллион һумға һаталарҠөрьән китабын 2,5 миллион һумға һаталар
Ҡөрьән китабын 2,5 миллион һумға һаталар

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, Өфөнөң Совет районында популяр иғландар сайты аша 1882 йылғы Ҡөрьәнде һатыуға ҡуйғандар. Хужа китаптың хаҡын 2,5 миллион һумға баһалаған.

Ҡөрьән — ғаилә ҡомартҡыһы, тиелгән иғланда.

«Китап ата-әсәйемдән мираҫҡа ҡалған. 140 йыл ваҡыт үтһә лә, һәйбәт һаҡланған», — тип яҙған һатыусы.

Әйткәндәй, сайтта изге китаптар һатыла тигән иғландар бик күп, уларҙың хаҡы 50 меңдән башлана һәм бер нисә миллион һум менән тамамлана.

 

Фото: https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас