

Бөгөн Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы алдында "Уҡы 365" уҡыу һәм белем фестивале үтте.
Фестиваль барышында билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, авторҙарҙың автограф-сессиялары үтте. Сәхнәлә билдәле артистар - Әлим Ҡәйүмов, Радик Динәхмәтовтың моңло сығыштарынан тыш, шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре лә яңғыраны. Теләгән һәр кем әҫәрҙән өҙөк йәки «Асыҡ микрофон» форматында яратҡан шиғырын уҡыны, шулай уҡ викториналарҙа һәм уйындарҙа ҡатнашты. Балалар һәм йәштәр өсөн махсус интерактив майҙансыҡтар - оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшириәте һәм башҡа нәшриәттәр үҙенең китаптарын тәҡдим итте.