Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2022, 16:21

Бүздәк районында студенттар батальон яугире Шайморатовтың ғаиләһенә ярҙам итте

Беҙ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән даими бәйләнештә, - тине Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев.

Бүздәк районында студенттар батальон яугире Шайморатовтың ғаиләһенә ярҙам иттеБүздәк районында студенттар батальон яугире Шайморатовтың ғаиләһенә ярҙам итте
Бүздәк районында студенттар батальон яугире Шайморатовтың ғаиләһенә ярҙам итте

Бүздәк районынан фермер Айҙар Ғ. яңыраҡ Украинала махсус хәрби операция үткәреү урынына киткән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны ирекмәне булырға ҡарар иткән.

Фермер хужалығы йәшелсәләрҙе асыҡ грунтта үҫтерә. Был миҙгелдә биш гектарҙа картуф, кишер һәм сөгөлдөр үҫтергәндәр. Был эштәр үҙҙәренә бик ауырға төшөр ине. Фермер баҫыуҙарынан уңыш йыйыуҙа ярҙамға Бүздәк ауыл хужалығы колледжынан 22 студент килгән. Балалар бер көндә сәселгән майҙандың ҙур өлөшөн йыйып алған.

Беҙ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән даими бәйләнештә, - тине Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев. - Шунда уҡ улар менән, теләһе ниндәй ярҙам кәрәк булһа, туранан-тура мөрәжәғәт итә алабыҙ, тип һөйләшеп килештек. Фермер Айҙарҙың балалары әле бәләкәй, төп эште атаһы башҡарған, шуға күрә баҫыуҙан уңыш йыйыу ғаилә өсөн проблемаға әүерелгән. Район хакимиәтенә Айҙарҙың әсәһе шылтыратып, ярҙам һорағас, шунда уҡ мәсьәләне хәл итеүгә тотондоҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләре һәр муниципалитетта өҫтөнлөклө булырға тейеш тип белдергәйне.

Фото: Бүздәк районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас